Миҙгел хәүефе - янғындар
Көҙгө-ҡышҡы осорҙа көндәр һыуытып, йылытыу миҙгеле башланыу менән янғындар һаны арта. Күп осраҡта ут тоҡанып китеүҙең төп сәбәптәре булып мейес һәм электр йылытыу приборҙарын файҙаланғанда янғын хәүефһеҙлеге ҡағиҙәләрен үтәмәү тора. Бигерәк тә баҡсаларҙа йәшәүселәр был осорҙа йышыраҡ бәләгә тарый. Күңелһеҙ хәлдәргә осрамаҫ өсөн барыһын да алдан хәстәрләргә кәрәк. Нисек баҡсаларҙы ҡышҡылыҡҡа дөрөҫ бикләргә, һалҡындарға нисек әҙерләнергә, балаларға хәүефһеҙлек ҡағиҙәләрен нисек аңлатырға - ошо һәм башҡа һорауҙарға Рәсәй Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығының Өфө районы буйынса янғын хәүефһеҙлеген күҙәтеү һәм иҫкәртеү эше бүлегенең өлкән инспекторы Данил Якупов менән ведомство хеҙмәткәре Ленария Ямалетдинова яуап бирҙе
Название:
Миҙгел хәүефе - янғындар
Категория:
Новости и СМИ