Башҡортостанда көслө ел, ямғыр һәм епшек ҡар көтөлә
Иғтибар, һауа торошо боҙола! Иртәгә Башҡортостанда көслө ел сыға, тиҙлеге 26 метрға тиклем етеүе ихтимал. Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығы шулай уҡ уҡ ҡойма ямғыр яуыуы, уның епшек ҡар менән алмашыныуы тураһында ла иҫкәртә. Электр линияларына һәм ағастарға ҡар һырыуы, буран сығыуы, юлдарҙа боҙлауыҡ булыуы көтөлә. Бынан тыш, ҡуйы томан һөҙөмтәһендә күреү мөмкинлеге 500 метрғаса һәм унан да түбәнерәккә кәмей.
Название:
Башҡортостанда көслө ел, ямғыр һәм епшек ҡар көтөлә
Категория:
Новости и СМИ