Ихлас на 17 марта 2019 Фирҙәүес Нәзир ҡыҙын ҡотлайбыз
Сираттағы ҡотлау хатын тыңлау өсөн Фирҙәүес Нәзир ҡыҙын телевизор янына яҡыныраҡ саҡырабыҙ. Әбйәлил районы Ҡырҙас ауылында тыуып үҫкән, әлеге көндә Асҡар ауылында йәшәүсе Гиззатова Фирҙәүес Нәзир кызы Ғиззатованы, тыуған көнө - 55 йәшлек юбилей байрамы уңайынан ихлас күңелдән ҡотлайбыҙ, тип башланып китә хат юлдары.! Ҡәҙерлебеҙҙе тыуған көнө менән тәбрикләп, иң изге, иң матур теләктәребеҙҙе юллайбыз. Һөйөклөбөҙ! Уй-теләкләрең тиң, тыуар таңдарың тыныс, һаулығың ныҡлы, ғүмерең бәхетле булһын! Тормошобоҙға йәм өҫтәп, ауырымай, ҡайғы-хәсрәт күрмәй, оҙон ғүмер итеүеңде теләйбеҙ. Ғаилә шатлығы, балаларыңдың, якындарыңның игелеген күреп йәшәргә насип итһен Хоҙай! Ныҡлы таҙалыҡ, озон ғүмер, аҡ бәхеттәр менән мул тормошта йәшәүеңде теләйбеҙ. Көндәрең шатлык менән үтһен, ғүмер юлдарың оҙон булһын, ҡайғы-хәсрәт күрмәй, һаман шулай беҙгә терәк булып ҡал. Төплө кәңәшең, йылы һүзең, нурлы йөҙөң өсөн рәхмәт ҡәҙерлебеҙ һиңә. Ин изге теләктәрен һеҙгә барлыҡ яҡындарығыҙ исеменән әсәйегеҙ, ағайығыҙ Рәфил, апайығыҙ Фәйрүзә, ҡустығыҙ Радик, балаларығыҙ Алия, Вадим, Салауат, кейәү-килендәрегеҙ еткерә. Хөрмәтле, Фирҙәүес Нәзир ҡыҙы, туғандарығыҙ һеҙҙең өсөн матур йыр-бүләк тә һайлаған, рәхим итеп тыңлағыҙ.
Название:
Ихлас на 17 марта 2019 Фирҙәүес Нәзир ҡыҙын ҡотлайбыз
Категория:
Разное