Өфө уттары - 02.11.2026 Өфөлә "Ҡорама туй" фестиваль-конкурсы уҙа
Республика халыҡ ижады үҙәгенең «Урал» этноүҙәге «Ҡорама туй» XV Республика халыҡ-ара ҡорама тегеү фестивале-конкурсы күргәҙмәһенә саҡыра. 2 ноябрҙән 20 ноябргә тиклем Рәсәйҙең төрлө төбәктәре оҫталары ижады менән танышырға мөмкин буласаҡ. "Өфө уттары" тапшырыуы ҡунаҡтары - Рәсәй Фәндәр академияһының Өфө ғилми үҙәге Тарих, тел һәм әҙәбиәт институтының этнология бүлеге белгесе Розалия Баязитова һәм «Урал» этноүҙәге методисы Ҡояш Хисаметдинова.
Название:
Өфө уттары - 02.11.2026 Өфөлә "Ҡорама туй" фестиваль-конкурсы уҙа
Категория:
Новости и СМИ